Милли йәштәр театры "Кире Яңы йыл" тамашаһына саҡыра

Милли йәштәр театры "Кире Яңы йыл" тамашаһына саҡыра

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Яңы йыл байрамына арнап "Кире Яңы йыл" тамашаһын әҙерләгән. Башҡорт труппаһы артистары башҡарыуында спектаклдә урман йәнлектәре менән бергә шатланып-ҡыуанып, Үлемһеҙ Кащей һәм уның ейәне Костян, Мәскәй әбей һәм ейәнсәре Ягурочка менән йырлап-бейеп күңел асырға мөмкинселек бар.

Яңы йылдың төп геройҙары - Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ярҙамында тамашасылар дуҫлыҡ ҙур көскә эйә булыуына тағы бер тапҡыр инана аласаҡ.

Сағыу тамаша 25 декабрҙән сәхнәлә һәм 10 ғинуарға тиклем ҡуйыласаҡ. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb