Милли йәштәр театры “Республика ШКИД” спектаклен сәхнәләштерҙе

Милли йәштәр театры “Республика ШКИД” спектаклен сәхнәләштерҙе

2, 3 октябрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 31-се театр миҙгелен асты. Беренсе көндә “Үлмәҫбай” спектакленең премьераһы булды, икенсе көндә театр Г.Белых һәм Л.Пантелеевтың “Республика ШКИД” спектаклен сәхнәгә ҡуйҙы. Был тамаша миҙгел асыу менән бергә Уҡытыусылар көнөнә лә арналды.

Әҫәрҙәге ваҡиғалар революциянан һуңғы йылдарҙа барһа ла, үҫмер осороноң ул ваҡыттағы ҡараштары бөгөн дә үҙ көсөн юғалтмаған.

Хәл Достоевский исемендәге социаль-хеҙмәт тәрбиәһе мәктәбендә (ҡыҫҡартып, ШКИД тип атайҙар) бара. Был мәктәп тәрбиәләнеүселәре – ата-әсәһеҙ ҡалған, йәки өйҙәренән ҡасҡан ҡарауһыҙ малайҙар. Уларҙың тормошҡа яраҡлашырға тырышыуын, бер-береһе менән ауыр һәм үтә еңел аралашыуын тәрбиәселәре күҙ уңынан ысҡындырмаһа ла, төрлө ваҡиғалар булып ала. Тамашасы һәр геройҙы үҙенсә яратып йәки күрә алмаҫ хәлгә етеп ҡарай. Ике бүлектән торған спектакль бертынала үтеп китте.

Унда башҡорт һәм рус труппаһы артистары бергәләп уйнай. Спектаклдең режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев. В. Жеребцов инсценировкаһы, рәссамы – Н.Белова (Санкт-Петербург) костюмдар буйынса рәссам – Е.Осколкова (Санкт-Петербург), хореограф – В.Лесничая (Мәскәү), композитор һәм музыкаль яҡтан биҙәүсе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илшат Яхин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb