Милли йәштәр театры Санкт-Петербург ҡалаһына гастролгә юллана

Милли йәштәр театры Санкт-Петербург ҡалаһына гастролгә юллана

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры «Ҙур гастролдәр» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә Санкт-Петербург ҡалаһына юллана. 22-25 сентябрҙә театрҙың рус труппаһы А.Брянцев исемендәге Йәш тамашасы театры сәхнәһендә балалар һәм өлкәндәр өсөн биш спектакль ҡуйырға ниәтләй. Улар араһында Б.Вахтин әҫәре буйынса ҡуйылған «Синяя-синяя речка», А. Приставкиндың «Ночевала тучка золотая», А Линдгрен буйынса «Пеппи Длинный чулок» спектаклдәре бар.

Ошо уҡ программа менән Санкт-Петербургтың А.Брянцев исемендәге Йәш тамашасы театры Өфө тамашасыһы алдында сығыш яһаясаҡ. Улар 15 – 18 сентябрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында тамашаларын тәҡдим итә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb