Милли йәштәр театры сәхнәһендә Сибай башҡорт дәүләт драма театры артистары сығыш яһаны

Милли йәштәр театры сәхнәһендә  Сибай башҡорт дәүләт драма театры артистары сығыш яһаны

Кисә, 17 мартта Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артистары сығыш яһаны. Сибайҙар тамашасыларға Ишмулла Дилмөхәмәтовтың әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Тере тупраҡ” халыҡ драмаһын тәҡдим итте. Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһы проектына ярашлы һәм Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан ҡуйылды. Әҫәрҙең нигеҙенә милли республиканың тарихы һалынған, халҡыбыҙ яҙмышы бар тулылығында сағылдырыла. Спектаклдә бөтөн ижади труппа ҡатнаша, 31 актер йәлеп ителгән. Спектакль фольклор элементтары, хореография алымдары, костюмдар яғынан отошло булыуы менән айырылып тора.

Әҫәрҙә ер-һыу, тере тупраҡта донья тарихы,тыуған илең һинә ер биргән, тыуған халкың һиңә тел биргән тигәнерәк фекерҙәр йыш яңғырай.

Башҡорт ере, тыуған төйәк темаһы һәр заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай. Пьеса 80 се йылдарҙа яҙылған, унда барған ваҡиғалар 16-сы быуатҡа тура килә, күтәрелгән проблемалар бөгөнгө көнгә лә ауаздаш.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb