Милли йәштәр театры яңы миҙгелде Мөҙәрис Багаевтың "Үәт, исмаһам, ахырызаман!" тип аталған спектакле менән ҡаршы алды

Милли йәштәр театры яңы миҙгелде Мөҙәрис Багаевтың "Үәт, исмаһам, ахырызаман!" тип аталған спектакле менән ҡаршы алды

Яңы миҙгелде Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Мөҙәрис Багаевтың "Үәт, исмаһам, ахырызаман!" тип аталған премьераһы менән ҡаршы алды. Комедияның ҡуйыусы режиссеры - Азат Йыһаншин. Спектаклдең төп идеяһы бәхет аҡсала түгел икәнлеген аңлатыу.

Ижади коллектив премьера спектаклен ни бары өс аҙна эсендә әҙерләй. Ҡуйыусы режиссер әйтеүенсә, декорация ябай. Был театрға яңы комедия менән республика район-ҡалалары буйлап гастролдәргә йөрөү мөмкинлеген бирә.

Ахырызаман етеп килә тигән  хәбәр йәшен тиҙлегендә бөтә илде ялмап алып, һәр бер кеше күңеленә бөтмәҫ- төкәнмәҫ хәүефтәр һалып, кемде генә ылбырғатманы икән? Кемдер тәрән итеп баҙ ҡаҙыны, кемдер ризыҡ тупланы, магазин кәштәләрендә шырпы, тоҙ ҙа ҡалманы бит шул ваҡытта.

...Спектаклдең төп геройы Харун ни өсөндөр тик байлыҡ, аҡса йыйыу менән мәшғүл, хатта үҙенең балаларының, ейәндәренең тормошо ла уны ҡыҙыҡһындырмай. Бер көн, аяҙ күктәге йәшен һымаҡ , тиҙҙән ахырызаман буласаҡ тигән хәбәр Харунға ла килеп етә һәм уны һеңгеҙәтә һуға. Нисә йылдар йыйған  аҡсаһын нисек һаҡлап алырға? Әгәр һаҡлап алып булмаһа?..

Был комедия шундай матур ҡоролған, ваҡиғалар ҙур тиҙлектә бара, тамашасыға тын да алырға ирек бирмәй, уның бар иғтибарын йәлеп итә. Бигерәк тә артистарҙың ҙур оҫталыҡ менән ролдәрҙе башҡарыуы тамашасыны арбай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb