Халыҡ-ара башҡорт теле көнөндә Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлын яҡтыртҡан әҫәрҙе сәхнәгә сығарҙы. Премьера төҙөкләндерелгәндән һуң асылған яңы ҙур залда ҡуйылды.
Спектакль 19-сы быуат ваҡиғаларын һүрәтләй. Ул осорҙағы мөхитте, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тамашасыға еткереү өсөн төп роль - Аҡмулланы башҡарыусы театр артисы Вадим Ҡылысовҡа байтаҡ ҡына фәнни һәм нәфис әҙәбиәт уҡырға, шағирҙың тыуған ауылы Туҡһанбайға сәфәргә барырға тура килгән. Әҙәбиәтебеҙ һәм тотош халыҡ тарихында сағыу эҙ ҡалдырған мәғрифәтсене кәүҙәләндереү ифрат яуаплы бурыс тигән фекерҙә ул.
Сәхнәгә ҡуйылған ҡисса өсөн композитор Вәсил Ғафаров яңы йырҙар яҙған. «Берҙәм Рәсәй» партияһы проекты сиктәрендә сәхнә костюмдары тегелгән. Әҫәрҙең авторы Зөһрә Бураҡаева. Ҡисса форматы ла осраҡлы ғына һайланмаған.