Милли йәштәр театрында «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектакленең яңыртылған премьераһы буласаҡ

Милли йәштәр театрында «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектакленең яңыртылған премьераһы буласаҡ

5 майҙа Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” һәм “Өс таған” повестары буйынса тергеҙелгән “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектакленең премьераһы була.

- Беҙҙең театр өсөн был премьера - үҙенсәлекле ваҡиға. Спектакль көнүҙәк һәм бөтә милләт кешеләренә рухи сағылыш менән мөрәжәғәт итә. Тамашасылар уны яңыртылған килеш ҡабул итергә әҙер кеүек тойола, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты спектаклдең режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Мөсәлим Күлбаев.

Драматургтың исемен һәм әҙәби мираҫын театр оло ихтирам һәм тулҡынланыу менән ҡабул итә. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр репертуарҙа ҙур урын биләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектакленең тәүге премьераһы 2005 йылдың 12 мартында үткәйне. 

Йылдан-йыл сәхнә әҫәре популярлыҡ яулай бара һәм әлегә тиклем ул халыҡ иғтибарынан ситтә ҡалғаны юҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb