Милли йәштәр театрында “Ханума”

Милли йәштәр театрында “Ханума”
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Ханума” спектакленең премьераһы булып үтте. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Зифа Дәүләтбаеваның юбилейы айҡанлы ҡуйылған был тамаша тулы зал йыйҙы.

Әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәҡимов.

Спектаклдә ваҡиға ХIХ быуат аҙағында Грузияның Тифлис ҡалаһында бара. Ханума һәм Кабато исемле димселәрҙең тормошо һүрәтләнә. Ханума ролен Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артискаһы Зифа Дәүләтбаева, ә Кабато ролен Башҡортостан Республикаһынаң атҡаҙанған артискаһы Альбина Кашанова уйнаны. Күптәр яратҡан актерыбыҙ БР-ның атҡаҙанған артисы Нәғим Нурғәлин башҡарған Вано Пантиашвили роле барыһының да күңеленә хуш килде.

Йыр-бейеү менән үрелеп барҙы тамаша. Сағыу декорация һәм костюмдар береһен дә битараф ҡалдырмағандыр.

Авксентий Цагарели ижад иткән «Ханума» спектакле тәүге тапҡыр Ленинград ҡалаһының Ҙур драма театрында ҡуйыла. «Ханума» театр сәхнәләрендә генә түгел, киноэкрандарҙа ла күрһәтелә. Грузин драматургы тарафынан йөҙ йыл элек ижад ителгән комедияны куплеттарҙан торған водевиль булараҡ түгел, ә ысын йырлы, бейеүле, пантомималы мюзикл, тип ҡабул итәбеҙ.

Сюжет буйынса ҡарт кенәз Вано Пантиашвили бурыстарынан ҡотолор өсөн һәм залогҡа һалған мөлкәтен кире ҡайтарыу уйы менән бай кәләш эҙләй. Ханума апаруҡ ҡына бирнәһе булған, төҫкә үтә лә матур һаналмаған, йәш тә булмаған Гөликә исемле кәләш менән таныша.

Тамаша интрига һәм сюрприздарға бик бай. Ханума һәм Кабато димселәренең кемде кәләшлеккә әйттереүҙәрен белгегеҙ килһә, бөгөн, йәғни 7 октябрь көнө, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына рәхим итегеҙ.

Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb