Милли йәштәр театрында махсус хәрби операция тураһында спектаклдең премьераһы уҙҙы

Милли йәштәр театрында махсус хәрби операция тураһында спектаклдең премьераһы уҙҙы

Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театрында Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Бер ғүмер етмәй икән...” спектакленең премьераһы уҙҙы. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов. Көнүҙәк темаға арналған сәхнә әҫәрен Мөнир Ҡунафин махсус хәрби операция биләмәһенә ҡылған сәфәрҙәре йоғонтоһонда яҙған.

– Әҫәрҙе тетрәнеп, һыҙланып яҙҙым, сөнки бөтәһен дә үҙем барып күрҙем. Һалдаттар менән сәғәттәр буйы блиндаждарҙа, окоптарҙа, яу яландарында һөйләшеп ултырҙым. Күңелдәренә инеп һөйләшкәс, холоҡтарын да, нимә уйлағандарын һәм кисергәндәрен дә беләм. Бер уйлаһаң, белгән теманы яҙыуы еңел булырға тейеш кеүек, әммә шул тойғоларҙы яңынан кисереүе ауыр булды. Махсус хәрби операция башланған осорҙа уға халыҡтың ҡарашы төрлөсә булды. Спектакль ошо йәһәттән дә тамашасыға күп һорауҙарға дөрөҫ яуап табырға ярҙам итер, тип уйлайым, – тип билдәләне драматург.

Спектаклдең төп геройҙары – «Ҡаһарман», «Хакер», «Малыш», «Историк» позывнойлы яугирҙәр. Автор һүҙҙәренсә, улар йыйылма образдар булып тора. Шулай ҙа Байегет Мөхәрләмов кәүҙәләндергән «Ҡаһарман» позывнойлы яугирҙең батырлығы тураһындағы эпизод махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Фәнис Хөсәйеновтың әсәһе Фәриҙә Мәғҙән ҡыҙында көслө кис-тойғолар уятты. Ул сәхнәлә улының образын күреп, актерға рәхмәт белдерҙе.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тураһындағы тарихтарҙы госпиталгә эләккән батальон командиры «Комбат» бәйән итә. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов әйтеүенсә, был роль уның алдына ҙур яуаплылыҡ ҡуя.

– «Комбат» образы тәрән кисерештәр һәм эске хәүефтәр аша барлыҡҡа килде. Тамашасы аңлармы? Ысын яугирҙәр минең комбат тураһында нимә әйтер? Пьесанан тыш, мин Мөнир Кунафиндың юлъяҙмаларын уҡып сыҡтым һәм геройымдың бер һүҙе лә осраҡлы ғына килеп сыҡмағанын, уларҙың һәр береһен ысын яугирҙәр әйтеп биргәнен аңланым, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды актер.

Спектаклдең идеяһы һуғыштың кешенең донъяға ҡарашын һәм холоҡ-фиғелен нисек үҙгәртеүенә ҡайтып ҡала. Тәүҙә тамашасылар бер-береһенә оҡшамаған геройҙарҙы күрә: кемдер ысын илһөйәрлек ниәте менән килгән, кемдер шул рәүешле ғаилә проблемаларынан ҡасырға булған, ә кемдер үҙен һынап ҡарарға теләгән. Спектакль аҙағында улар бер маҡсатҡа – илдең мәнфәғәттәре һәм киләсәге өсөн көрәшкә әүерелә.

– Спектакль барышында беҙ үҙебеҙ ҙә геройҙар менән бергә хәрби юл үткән кеүекбеҙ. Иң ауыры – спектаклде күрәсәк ысын яугирҙәрҙең өмөттәре өҙөлмәүендә. Был беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ, беҙ уларҙы алдарға тейеш түгел. Спектаклде республиканың ҡала һәм райондарында йәшәүселәр күрер тип ышанабыҙ, шуға күрә ҡатмарлы декорация яһаманыҡ, – тип билдәләне режиссер Рөстәм Хәкимов.

Премьера спектакле тағы ла 21 февралдә күрһәтелә.

Фото: Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театрының матбуғат хеҙмәте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb