4,5 мартта Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында төрөк әҙәбиәте классигы Нәзим Хикмәттең «Мөхәббәт тураһында легенда» пьесаһы буйынса спектаклдең премьераһы үтте.
Ҡуйыусы режиссер – Силәбе ҡалаһынан саҡырылған Олег Иванов, рәссам – Лилиә Хисмәтуллина, композитор – Алексадр Карташов, Илшат Яхин, бейеүҙәрҙе хореограф Александр Родионов һала. Ролдәрҙә – театрҙың башҡорт труппаһы актерҙары.
Ширин ролен башҡарыусы Гөлсәсәк Зарипова Милли йәштәр театрында яңыраҡ эшләй башлаған, быға тиклем ул Салауат дәүләт башҡорт драма театрында эшләгән.
- Йәштәр театры сәхнәһендә был минең тәүге төп ролем. Мин бында күптән эшләргә хыяллана инем һәм быйыл килеп сыҡты. Минең образым - һөйөүгә төрөнөп үҫкән 15 йәшлек сая, тапҡыр ҡыҙыҡай. Роль миңә бик оҡшаны. Тәүҙә мин героиняны наҙлы, ғашиҡ ҡыҙ итеп ҡабул итһәм, һуңынан, репетициялар ваҡытында уның бөтәһенән дә нығыраҡ үҙен яратыуын аңланым, - тине йәш актриса.
Грим һалыусыларҙың ҡыҙыҡлы эшен билдәләп үтергә кәрәк, улар ярҙамында төп ролдәрҙе башҡарыусы БР халыҡ артисы Рушанна Бабич һәм Салауат Юлдашбаев тамашасылар алдына «йәмһеҙ» образда килеп баҫты.
- Был ролгә мине тәғәйенләгәс, бер аҙ аптыраным, сөнки ул минең өсөн яраҡһыҙ тип һанағайным. Ләкин, икенсе яҡтан, режиссерҙың спектаклгә үҙ ҡарашы бар. Ул театрҙың башта элекке спектаклдәрен ҡараған, актерҙарҙың тышҡы ҡиәфәтен баһалап, мине был ролгә раҫлаған. Тәүҙә бер аҙ ауыр булды, сөнки яңы режиссер менән нисек эшләргә, ул минән нимә теләй һәм был ролде нисек уйнарға икәнен белмәй ине. Ысынында, бер образ да еңел бирелмәй. Ә был спектаклдә был роль тышҡы ҡиәфәте менән генә түгел, эске донъяһы менән дә үҙенсәлекле, - тип һөйләне Салауат Юлдашбаев.