Кисә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Пигмалион, йәки бер бәхәс хаҡында тарих» спектакле ҡуйылды. Ҡазан дәүләт йәш тамашасылар театры «йондоҙҙарын»ың сығышын баш ҡала халҡы йылы ҡабул итте.
Билдәле романтик комедияға сағыу декорациялар ҡоролған, актерҙарҙың костюмдары ла юғары баһаға эйә. Төп героиня Элиза урамда сәскә һатып аҡса эшләй, тик тауарын бирергә генә ашыҡмай. Үҙенсә хәйергә йәшәй, фонетика буйынса профессор менән осрашыу уның тормошон ҡырҡа үҙгәртә. Мистер Хиггинс йәш ҡыҙҙан леди яһарға уйлай.