Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы миҙгелде “Йәшәгән, ти” спектакле менән ябасаҡ

Милли йәштәр театрының  башҡорт труппаһы миҙгелде “Йәшәгән, ти” спектакле менән ябасаҡ

21 июндә Милли йәштәр театрының  башҡорт труппаһы миҙгел­де “Йәшәгән, ти” (“Очень простая история” тигән Мария Ладоның пьесаһы буйынса, режиссеры — Р. Хәкимов) спектакле менән ябасаҡ.

Әҫәр нигеҙендә – бөгөн ғәҙәти күренешкә әйләнеп барған ваҡиға: ҡыҙ һөйгән егетенән бала көтә. Буласаҡ әсә хәлле ғаиләнән, егет – күрше байғоштоң улы. Ҡыҙҙың ата-әсәһе ниндәй ҡарарға килер? Был хәлгә бер кем дә битараф ҡалмай, хатта... йорттағы ҡош-ҡорт та зыҡ ҡуба.

“Спектакль тәү сиратта кешелеклелек хаҡында һөйләй. Уның фантасмагория булыуына ҡарамаҫтан, нигеҙендә ысын тормоштан алынған кеше яҙмыштары һәм тарихтары ята”, – ти театр үҙе әҫәр хаҡында. Ысынлап та, русса спектаклдең исеме – “Очень простая история”, йәғни бик ябай тарих. Уның шулай булыуына сюжет менән яҡындан танышҡас та төшөнәһең: ата-әсә менән бала мөнәсәбәттәре, ҡыҙ менән егет араһындағы һөйөү хистәре, хатта замананың ҡараңғы һәм күңелһеҙ яғы – эскелек – барыһы ла һыйған был ябай тарихҡа. Әммә ябайлыҡта бөйөклөк тиҙәрме әле, ваҡиғалар үҫеше шулай ҙа спектаклде ҡараусыларға үҙенә күрә бер әкиәтте хәтерләтә. Бындай тәьҫо­ратҡа, моғайын да, тағы барыһына ла кесе туғандарыбыҙ – хайуандар күҙлеге аша ҡарау ҙа этәргес булып торалыр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb