Милли йәштәр театрының ҡайһы бер спектаклдәре октябрь айына күсерелә

Милли йәштәр театрының ҡайһы бер спектаклдәре октябрь айына күсерелә

Милли йәштәр театры техник сәбәптәр арҡаһында ҡайһы бер спектаклдәрҙе киләһе айға күсерергә мәжбүр. Был турала театр үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә белдерҙе. Шуға ҡарамаҫтан, иртәгә 17 сентябрҙә театр үҙ эшен башлай. Яңы ижад миҙгелен рәсми асыу 2 октябргә билдәләнгән.

Шулай итеп, «Синяя-синяя птичка» 16 ҙәм 29 сентябрҙән 11 һәм 21 октябргә күсерелә,

«Золушка» - 27 сентябрҙән 17 октябргә (12 сәғәттә башлана);

«Гарнир по-французски» - 19 сентябрҙән 19 октябргә (19 сәғәттә башлана);

«Оскар» - 26 сентябрҙән 26 октябргә (19 сәғәттә башлана);

«Лёвушка» - 23 сентябрҙән 27 октябргә (19 сәғәттә башлана).

Алдан алынған билеттар ошо даталарға тап килә.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 286-59-05.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb