Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле милли кейемде һаҡлау һәм таратыу эшенә ҙур өлөш индерә һәм Башҡортостан халыҡтарының Милли кейеме көнөн байрам итеүгә ҙур әһәмиәт бирә.
Быйыл коллектив «Урал һәм Шүлгән» хореографик спектакленә сәхнә костюмдары тәҡдим итте. Премьера уҙған йылдың декабрендә уҙҙы. Унда ғәскәровсылар спектаклгә биҙәүестәр һәм костюмдар коллекцияһын тәҡдим итте. Сара ансамбль оркестры музыканттары башҡарыуында үтте. Күргәҙмәлә Дәүләт ансамбле артистары һәм почетлы ветерандары, спектакль авторҙары һәм костюмдар буйынса рәссамдар ҡатнашты.
Йола буйынса, һәр кем ансамблдең бейеүҙәренә халыҡ костюмдарын һәм биҙәүестәрен кейеп ҡарай, кейем-һалымды коллекциянан һатып ала һәм фотозонала иҫтәлеккә фотоға төшә алды.