Милли китапхана башҡорт шағиры Риф Тойғондоң хәтер кисәһенә саҡыра

Милли китапхана башҡорт шағиры Риф Тойғондоң хәтер кисәһенә саҡыра

17 мартта Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында башҡорт шағиры Риф Тойғондоң хәтер кисәһе (1946-2014) һәм уның «Йөрәктә мөхәббәт» яңы китабының презентацияһы үтәсәк.

Кисәлә яҙыусылар, шағирҙар, журналистар Риф Тойғондоң ижадын үҙ итеүселәр үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашасаҡ, уның шиғырҙарын уҡыясаҡ. Сарала Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары Таңсулпан Ғарипова һәм Рәшит Шәкүр, яҙыусы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал һәм башҡалар ҡатнаша. Әҙәби кисәгә шулай уҡ республика ваҡытлы матбуғаты һәм З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте вәкилдәре килеүе көтөлә.

Сарала ҡатнашыусыларға Риф Тойғондоң тормошо һәм ижады тураһында виртуаль күргәҙмә тәҡдим ителәсәк, китаптар күргәҙмәһе ойошторола, шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғырасаҡ.

Сараны башҡорт яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина алып бара.

Уҙғарыу урыны: Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4, 1-се ҡат).

Сара 15 сәғәттә башлана. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb