Милли китапхана Умартасылар көнөнә ҡарата гәзит-журнал күргәҙмәһен тәҡдим итә

Милли китапхана Умартасылар көнөнә ҡарата гәзит-журнал күргәҙмәһен тәҡдим итә

Йыл һайын августың икенсе йәкшәмбеһендә Башҡортостан Республикаһында Умартасылар көнө билдәләнә. Умартасыларҙың һөнәри байрамы алдынан Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы "Башҡортостан - баллы төйәк" тигән гәзит-журнал күргәҙмәһен әҙерләне.

"Күргәҙмә уҡыусыларҙы умартасылыҡты үҫтереү тарихы һәм айырым умартасыларҙың уңыштары менән таныштыра, халыҡ медицинаһында бал ҡулланыу, бал ҡорттарын үрсетеү серҙәре, башҡорт балы тураһында ҡыҙыҡлы һәм аҙ билдәле мәғлүмәттәр хаҡында һөйләй", - тип ваҡытлы матбуғат баҫмалары бүлеге мөдире Илдар Кирәев.

Күргәҙмәлә барлығы 18 баҫма тәҡдим ителгән, улар араһында "Керпе" (1929 йыл) һәм "Башҡортостан хужалығы" (1930 йыл) ретро-баҫмаларын күрергә мөмкин.

Милли китапхана Умартасылар көнөнә ҡарата гәзит-журнал күргәҙмәһен тәҡдим итә
Милли китапхана Умартасылар көнөнә ҡарата гәзит-журнал күргәҙмәһен тәҡдим итә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb