6 декабрь көнө Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала билдәле яҙыусы һәм тәржемәсе Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Һөйөүем доғаһы” китабының презентацияһы үтәсәк.
Гөлсирә Ғиззәтуллина - Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡажғари исемендәге халыҡ-ара конкурстың республика этабының еңеүсеһе һәм бәйгенең халыҡ-ара туры дипломанты.
Әҫәрҙәренә психологизм, ысынбарлыҡты фәлсәфәүи аңлау хас.
Тәржемә өлкәһендә әүҙем эшләп, Гөлсирә Мирза ҡыҙы Эрнест Хемингуэйҙың «Ҡарт менəн диңгеҙ» әҫәрен («Демиург» нəшриəте, 2001), 4 томлыҡ «Башҡорт халыҡ сəнғəте» («Демиург» нəшриəте, 2002) һəм бик күп хикəйəлəрҙе башҡортсаға тəржемə итте.
Күп йылдар рəттəн республика журналдары һəм гəзиттəренең лауреаты булды, «Ағиҙел», «Ватандаш» журналдары һəм «Йəшлек» гəзите үткəргəн хикəйəлəр конкурстарында призлы урындар яуланы.
«Һəҙиə» əҫəре 2005 йылда башҡортса иң яҡшы роман тип табылды. «Тормош шау сəскəлə» китабы 2008 йылда «Иң яҡшы йыл китабы» исеменə лайыҡ булды.
2008 йылда ул тɵрки донъяһының мəшһүр ғалимы Мəхмүд Ҡашғариҙың тыуыуына 1000 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара хикəйəлəр конкурсының региональ этабында беренсе урын алды. Уның «Тɵшлɵктəге тɵш» хикəйəһе был конкурста еңеүсе булған əҫəрҙəр йыйынтығында тɵрɵк телендə донъя күрҙе.