Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана “Башҡортостан” киностудияһы режиссерҙары Вилүрә Иҫәндәүләтова һәм Таңсулпан Бураҡаева менән онлайн осрашыу үткәрҙе. Осрашыу быйылғы иғлан ителгән Рәсәй киноһы йылына арналды. Бындай проект китапханала беренсе тапҡыр үткәрелмәй. Тәүге онлайн әңгәмәгә Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Гөлфиә Юнысова һәм Марат Кәримов саҡырылғайны.
Был юлы республиканың төрлө төбәктәренән видеотрансляцияға Балаҡатай, Бөрйән, Баймаҡ, Ҡырмыҫҡалы район китаханалары һәм Балаҡатай моделле китапханһы сыҡты. Кино сәнғәтен һөйөүселәр ҡунаҡтарға төрлө һорауҙар бирә алды. Техник сәбәптәр арҡаһында был онлайн осрашыуҙа ҡатнашыусылар һанын кәметкәндәр.