Милли костюм байрамында 2 меңгә яҡын кеше ҡатнашты

Милли костюм байрамында 2 меңгә яҡын кеше ҡатнашты

Өфөлә барған «Евразия йөрәге» сәнғәт фестивале Милли кейемдәр парады менән дауам итте. Кисә, 16 июнь көнө, Милли костюмдағы халыҡ төркөмө Башҡорт драма театрынан алып Конгресс-холға тиклем байрам парадында ҡатнашты.

Милли костюм байрамы көндөҙгө сәғәт 5-тән киске 7-гә тиклем барҙы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрынан алып Салауат Юлаев майҙанына тиклем һуҙылған парадта теләгән һәр кем ҡушыла алды. Башҡортостанда йәшәүсе барлыҡ халыҡтарҙы ла миили кейемдәрҙә күрергә мөмкин ине. Интерактив майҙансыҡтар, дәртле йыр-моң менән үрелеп барҙы тамаша.

Тамашасылар интерактив программаға әүҙем йәлеп ителде. Башҡорт милли кейеме байрамы барышында бейеү флешмобы, тамашасылар менән уйындар ойошторолдо.

Милли кейемдәр һәм биҙәүестәр күргәҙмә-йәрминкәһе Өфө халҡына һәм дә башҡала ҡунаҡтары күңеленә бик тә хуш килде.

Шулай уҡ «Евразия йөрәге» сәнғәт фестивале сиктәрендә “Уйна, гармун!” байрамын да күрә алдыҡ. Дәртле гармун моңдарына йыйылған халыҡтың дәррәү бейеү көйҙәренә өҙҙөрә баҫыуҙары байрам сараһын тағы ла йәмләндерҙе генә.

Әйткәндәй, фестивалде бөтә донъя ҡарай ала. Сараның рәсми сайтында онлайн-трансляция алып барыла. Артабан фестивалде "Этнотөн" дауам итте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb