Милли костюм көнөнә арналған «Беләҙектәр сыңы» күргәҙмәһе асыла

Милли костюм көнөнә арналған «Беләҙектәр сыңы» күргәҙмәһе асыла

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнөндә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Беләҙектәр сыңы» күргәҙмәһен тәҡдим итә. Экспозиция Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған.

Күргәҙмә сиктәрендә ғәскәровсылар ансамблдең репертуарындағы бейеүҙәргә биҙәүестәр һәм сәхнә костюмдары коллекцияһын тәҡдим итәсәк. Фәйзи Ғәскәров ҡуйған боронғо бейеүгә үҙенсәлекле биҙәүестәр экспозицияла айырым урын биләйәсәк. Тамашасылар Рәсәй халыҡтарының эксклюзив костюмдарын да ҡарай ала. Ансамбль музейында билдәле фотограф Эдуард Дилмөхәмәтовтың эштәре ҡуйыласаҡ.

Күргәҙмәлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең алдынғы артистары, шулай уҡ ансамблдең почетлы ветерандары ҡатнашасаҡ. Килеүселәр өсөн фотозона эшләйәсәк, унда теләгән һәр кем сәхнә костюмдарын кейеп ҡарай һәм иҫтәлеккә фотоға төшә аласаҡ. Сараны музыкаль яҡтан Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең оркестры артистары биҙәйәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb