Милли музейҙа «Совет фарфоры: сәнғәт һәм пропаганда» күргәҙмәһе асылды

Милли музейҙа «Совет фарфоры: сәнғәт һәм пропаганда» күргәҙмәһе асылды

Милли музейҙа коллекционер Валерий Мальковтың фарфор әйберҙәрҙән торған «Совет фарфоры: сәнғәт һәм пропаганда» күргәҙмәһе асылды.

Яҡтыртыу индустрияһында эшләгән замандашыбыҙ фарфор статуэкаларҙы 6 йыл элек туплай башлай.лә «Совет фарфоры сәнғәт һәм пропаганда» күргәҙмәһе асылды

Валерий Мальков был экспонаттарҙы бөртөкләп йыйған. Һәр бер скульптура һәм һын тураһында сәғәттәр буйы ҡыҙыҡлы итеп һөйләй ала. Уның коллекцияһында совет осоронда ҡулланылған һауыт-һабанан, ваза, кубоктарҙан тыш, йәнлек-кейектәр донъяһы, әкиәт геройҙары, тормош-көнкүреше менән танышырға мөмкин.

Совет заманында етештерелгән фарфор изделиелары илебеҙ тормошон һәм йәшәйешен пропагандалаған. Күргәҙмәне тамаша ҡылыусылар был скульптураларға ҡарап, үҙҙәренең бала сағын иҫкә төшөрөр.

"Совет фарфоры : сәнғәт һәм пропаганда" тип аталған күргәҙмә Советтар иленең барлыҡ фарфор заводтарында етештерелгән статуэткаларҙы үҙ эсенә ала. Күргәҙмә ике ай эшләйәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb