Ошо көндәрҙә Башҡортостандың милли музейында академик Нияз Мәжитовтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған "Тарихтағы исем" тип аталған күргәҙмә асылды.
Күргәҙмәлә арҙаҡлы шәхес, билдәле археологтың фотоһүрәттәре, дәүләт наградалары, дипломдары һәм аттестаттары урын алған. Был әйберҙәренән тыш, шәхси коллекцияһында булған археологик ҡомартҡылар ҙа күрһәтелгән. Милли музейға ғалимдың архив материалдарын ҡыҙы, Әлфиә Солтанова тапшырған.
Күргәҙмә Рәсәй академик археологияһының 100 һәм Башҡортостан республикаһы археологик йәмғиәтенең 10 йыллығына арналған. Академик Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың ғилми һәм йәмәғәт эшмәкәлегенә арналған күргәҙмә ай дауамында эшләйәсәк.