Милли музей күргәҙмәләренә саҡыра

Милли музей күргәҙмәләренә саҡыра

   Башҡортостан Республикаһының Милли музейы Һеҙҙе үҙенең күргәҙмәләренә саҡыра. Музей Рәсәйҙә иң боронғоларҙан һанала. Ул Башҡортостан Республикаһының 50-нән артыҡ крайҙы өйрәнеү музейҙарын берләштергән фәнни-тикшеренеү музейы. 1864 йылда губерна статистика комитеты ҡарары менән Өфө губерна музейы булараҡ ойошторола. Бөгөнгө көнгә тиклем был музей туғыҙ исем алмаштыра. 1993 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Милли музейы тип атала. Губерна музейын ойоштороуҙа Н.А. Гурвич, А.Б. Иваницкий, В.И. Власов, К.А. Бух, А.А. Пекер ҡатнаша. Музей коллекцияларының төп өлөшөн урындағы сәнәғәт өлгөләре, нумизматика, энтомология, ботаника, зоология, тарих-археология экспонаттары тәшкил итә. Музейҙы тулыландырыуҙа төрлө йылдарҙа З.Ш. Шакиров, Г.В. Вахрушев, Ғ.Ф. Уйылданов, К.С. Никифорук, М.И. Касьянов, Д.Ғ. Йыһановтар күп көс һала. Хәҙерге көндә музей 50-нән артыҡ филиалдарҙы берләштерә. 1991 йылда музей Совет урамындағы 14 һанлы йорттағы яңы бинаға күсә.
  Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 130 меңдән ашыу экспонат менән танышырға мөмкин. Был тарихи бинала тәбиғәт, археология, этнография, тыуған яҡты өйрәнеү тарихы бүлектәре эшләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb