Милли музей сатира һәм юморға арналған әҙәби кисәгә саҡыра

Милли музей сатира һәм юморға арналған әҙәби кисәгә саҡыра

31 мартта Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Бөгөнгө йәмғиәттә юмор һәм сатира» тип исемләнгән әҙәби кисә уҙасаҡ. Сара Башҡортостандың яҙыусылар ойошмаһы менән берлектә Педагог һәм остаз йылы сиктәрендә ойошторола һәм Халыҡ-ара көлкө көнөнә арнала.

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе танылған сатирик яҙыусы, шағир, публицист, тәржемәсе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов (Мар. Сәлим), танылған артист, һүҙ оҫтаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов, рәссам һәм скульптор, танылған карикатурист Камил Буҙыҡаев менән ҡыҙыҡлы осрашыу көтә.

Саранан һуң ҡунаҡтарға Башҡортостан Милли музейы экспозициялары менән танышырға, саҡырылған ҡунаҡтар менән аралашырға һәм автограф алырға мөмкин буласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb