Милли музейҙа республиканың 100 йыллығына бағышланған фотоһүрәттәр конкурсы буйынса ойошторолған күргәҙмә эшләй

Милли музейҙа республиканың 100 йыллығына бағышланған фотоһүрәттәр конкурсы буйынса ойошторолған күргәҙмә эшләй

Республиканың 100 йыллығына бағышланған фотоһүрәттәр конкурсына, барлығы-3 меңгә яҡын фотоһүрәт килгән. Милли музейҙа асылған күргәҙмәлә ижади эштәрҙең иң яҡшылары ғына тәҡдим ителгән. Фотоһүрәттәр Башҡортостан тәбиғәте, төбәктә йәшәгән күп милләтле халыҡ, республика тарихы һәм башҡа темаларға арнала.

Һүрәттәр араһында профессиональ фотоаппаратҡа һәм кеҫә телефонына төшөрөлгәндәре лә бар. Ойоштороусылар конкурсты тәүҙә Өфө кимәлендә генә башлап ебәрһә лә ул республика даирәһенә сыҡҡан. 50 фотоһүрәтте Милли музейҙа күрергә мөмкин булһа, ҡалғандары Ҡала туризм үҙәге сайтында видеоролик рәүешендә урынлаштырыласаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb