БР Милли музейында "Самауыр байрамы" гөрләне.Килгән ҡунаҡтар рухи ҡиммәттәр менән генә түгел, хуш еҫле сәй һәм тәмлекәстәр менән дә һыйланды. Ҡуҙ һалып самауыр сәйе эсеү йолаһы бик популяр була бара. Йәмкә,һоҫҡо кеүек әйберҙәр ҙә тормош-көнкүрешкә кире ҡайта башланы.Шуны әйтергә көрәк, Милли музейҙа 100-ҙән ашыу боронғо самауыр һаҡлана. Уларҙың иң боронғоһо - 1895 йылда Баташев фабрикаһында эшләнгән. Халыҡ ошо ҡомартҡыларҙы күрһен һәм белһен тигән ниәт менән уҙғарылды был сара.
Шулай итеп, музейҙа иртәнән кискә тиклем "Самауыр байрамы" шыжлап-гөрләне. Бауыр йөҙөп киткәнсе сәй менән һыйланыу, боронғо самауырҙар иленә экскурсия-сәйәхәт, фотоға төшөү, бәләкәстәр һәм мәктәп уҡыусылары өсөн самауыр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре барыһына ла оҡшаны!