Милли музейҙа Әнүәр Бикчәнтәев ижадына арналған кисә үтәсәк

Милли музейҙа Әнүәр Бикчәнтәев ижадына арналған кисә үтәсәк

27 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында совет яҙыусыһы, журналист, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, Ғәлимов Сәләм исемендәге премиялары лауреаты, Октябрь Революцияһы, Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се һәм 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Байраҡ, Почет Билдәһе ордендары кавалеры Әнүәр Бикчәнтәев ижадына арналған әҙәби кисә уҙасаҡ.

Яҙыусының тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған әҙәби кисәлә уның тормош юлына һәм ижадына байҡау яһаласаҡ, шулай уҡ әҙипкә арналған күргәҙмә һәм музей экспозицияһы менән танышыу мөмкинлеге лә буласаҡ.

Сара Башҡортостандың яҙыусылар союзы менән берлектә Педагог һәм остаз йылы сиктәрендә ойошторола.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb