Милли музейҙа «Әҙәби ҡунаҡхана» сиктәрендә яҙыусылар менән осрашыу үтте

Милли музейҙа «Әҙәби ҡунаҡхана» сиктәрендә яҙыусылар менән осрашыу үтте

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Әҙәби ҡунаҡхана» сиктәрендә яҙыусылар менән осрашыу үтте. Ул «Йәш быуында экологик мәҙәниәт» тигән темаға арналғайны. Был темаға фекер алышыу өсөн шағир, журналист, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылары ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, шағир һәм прозаик, Өфөнөң 68-се һанлы лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ринат Сөләймәнов, шағир һәм журналист, «Һәнәк»-«Вилы» журналының яуаплы сәркәтибе Илгиз Ишбулатов саҡырылды.  Был сара шағир һәм яҙыусыларҙың ижады менән таныштырыуҙан тыш ҡунаҡтарға ижади мөхиткә булышлыҡ итеү мөмкинлеге лә бирә. Сөнки бында улар үҙҙәре әҙәбиәттә барған ижади хәл хаҡында фекер алышалар, саҡырылған шағирҙарға, яҙыусыларға һорауҙар бирәләр һәм уларҙың ижадына үҙҙәренең ҡарашын еткерәләр.  Башта сарала ҡатнашыусыларға башҡорт һәм рус телендә тәбрикләү һүҙҙәре менән Башҡортостан Республикаһының Милли музейының генераль директоры урынбаҫарҙары Илгиз Хәйруллин менән Сергей Севастьянов сығыш яһаны.  Рәшит Зәйнуллин ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар ойошмаһының эшмәкәрлеге менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте һәм үҙенең бала саҡта яҙған, тыуған яҡ тәбиғәтенә бағышланған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ул балаларҙы ижад итергә, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар ойошмаһы, матбуғат саралары ойошторған ижади конкурстарҙа, проекттарҙа ҡатнашырға өндәне.  Ринат Сөләймәнов башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ мәктәп уҡыусыларын ижади юҫыҡҡа йүнәлтеү серҙәре менән уртаҡлашты, үҙенең тәбиғәткә һәм бөгөнгө экологик мөхиткә ҡағылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.  Шағир һәм журналист Илгиз Ишбулатов сығышын 9-сы синыфта уҡыған сағында яҙған «Сит планета ҡунағы» шиғыры менән башлап ебәрҙе. Был шиғыр саф эсәр һыуҙың ҡиммәтлеге, тәбиғәт ресурстарының һаҡһыҙ ҡулланыуҙың катастрофа менән янауы, планетаның экологик киләсәге тик унда йәшәүселәр ҡулында икәнлеге хаҡында һөйләй.  Әҙәби ҡунаҡханала ҡатнашыусылар саҡырылған шағир һәм яҙыусыларҙың ижадына ҡағылышлы һорауҙар бирҙеләр. Ринат Сөләймәнов Әҙәби ҡунаҡханала иң актив ҡатнашыусыларҙы үҙенең китаптары менән бүләкләне.  Сара барышында ҡунаҡтар өсөн ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйө «Буранбай» яңғыраны. Был музыкаль әҫәр сараны алып барыусы Башҡортостан Республикаһының Милли музейының ғилми хеҙмәткәре Илдар Шәрипов тарафынан башҡарылды.

Сара тамамланғас Әҙәби ҡунаҡханала ҡатнашыусылар өсөн фотосессия һәм Башҡортостан Республикаһының Милли музейы күргәҙмәләрен ҡарау ойошторолдо.

                      

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb