Республиканың Милли симфоник оркестры Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан концерттар серияһын башланы.
Тәүге концерттар Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында үтте. Оркестр менән бергә коллективтың художество етәксеһе вазифаһын башҡарған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин сығыш яһай. Уның башҡарыуында Оскар Наввроның Кларент һәм оркестр өсөн 2-се концерты яңғырай. Программала шулай уҡ Римский-Корсаков әҫәрҙәре - "Шәхерезада" симфоник поэмаһы и Испан каприччиоһы бар.
Пультта - Рәсәй дәүләт симфоник академик капелла дирижеры Дмитрий Крюков.