Мәғлүм булыуынса 12 апрель көнө, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республиканың Милли симфоник оркестрының 25 йыллығына арналған Халыҡ-ара музыка фестивале асылғайны. Тиҙҙән 11 майҙа фестивалде ябыу тантанаһы уҙасаҡ һәм сәхнә түренән Карл Орфтың «Кармина Бурана» кантатаһы башҡарыласаҡ, тип хәбәр итә фестивалде ойоштороусылар.
Фестивалде ябыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһы, Өфө дәүләт сәнғәт институты хоры, Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡарамағындағы Малайҙар капеллаһы ҡатнашыуы көтөлә.
Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры 1992 йылда барлыҡҡа килгән. Тәүге художество етәксеһе һәм баш дирижёры, оркестрҙы ойоштороуҙа ҙур көс һалыусы Таһир Таузах улы Камалов. 2015 йылдан алып бөгөнгәсә коллектив «Башҡортостан» дәүләт концерт залында эшләй.
Оркестрҙа барлығы 115 кеше иҫәпләнә, шуларҙың 89 музыкант. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын, Н.А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһын, П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын тамамлаған өс дирижёр эшләй. Әлеге ваҡытта республикабыҙҙың Милли симфоник оркестрының баш дирижёр вазифаһын Раушан Яҡупов башҡара.
Мәҙәни проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бирелгән Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында ойошторолған Халыҡ-ара музыка фестивале 11 майҙа киске сәғәт 7-лә башлана.
Гүзәл Багаева