Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәренә туған телдә китаптар ебәрелә

Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәренә туған телдә китаптар ебәрелә

Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәренә туған телдә китаптар ебәреләсәк.

Башҡортостанға күрше урынлашҡан 7 төбәк: Силәбе, Ҡурған, Һамар, Ырымбур, Һарытау өлкәләре, Пермь крайындағы китапханаларға һигеҙ мең дананан ашыу китап оҙатыла. Сара “Рәсәй халҡы берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан халыҡтарын үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә бойомға ашырыла, ти Милли китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин.

Был проект дәүләт программаһы нигеҙендә миллион һумға тормошҡа ашырыла.

Акцияның маҡсаты – илебеҙ төбәктәрендәге милләттәштәребеҙгә рухи-мәҙәни ярҙам күрһәтеү. Китаптар араһында башҡорт классиктары әҫәрҙәре, фәнни китаптар, һүҙлектәр һәм балалар әҙәбиәте бар. Исемлектә бөтәһе 86 китап. Улар Рәсәй төбәктәрендәге 18 китапханаға бүленгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb