Миләүшә Хәйбуллина Ҡаҙағстандың Атырау ҡалаһында уҙған халыҡ бейеүҙәре фестивалендә II урын яуланы

Миләүшә Хәйбуллина Ҡаҙағстандың Атырау ҡалаһында уҙған халыҡ бейеүҙәре фестивалендә II урын яуланы

Күптәребеҙ республиканың Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллинаны Рио-де-Жанейро ҡалаһы урамында башҡарған башҡорт бейеүҙәре, ТНТ каналында барған “Бейеү” шоуы ҡатнашыусыһы булараҡ беләбеҙ.

Күптән түгел Миләүшә Хәйбуллина Ҡаҙағстандың Атырау ҡалаһында уҙған халыҡ бейеүҙәре фестивалендә II урын яуланы. Өс турҙан торған бәйгенең тәүге этабында Миләүшә үҙебеҙҙең “Заһиҙә” бейеүе менән баһалама ағзаларын таң ҡалдырһа, икенсе этапта “Лязги” Хорезем бейеүе башҡара. Өсөнсө этап шарттары буцынса ул “Кос алка” ҡаҙаҡ бейеүен башҡара.
Миләүшәне был ҙур уңышы менән ҡайнар тәбрикләйбеҙ һәм яңы ижади бейеклектәр теләйбеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb