Мин башҡорт кейемендә

Мин башҡорт кейемендә

Өфө үҙәге буйлап милли кейем парады ойошторолдо. Күләмле сара барышында бер нисә ай дауамында интернет киңлегендә барған селфи-конкурсына йомғаҡ та яһалды.
Рухи байлыҡ һынланышы - милли кейемдәрҙә йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәрҙе күреп, улар менән һоҡланмау мөмкин түгел. Йөҙҙәрсә кеше - кесеһе лә, олоһо ла байрам тантанаһын асып, Зәки Вәлиди урамы буйлап ғорур атланы. Бында Башҡортостанда дуҫ һәм татыулыҡта йәшәүсе бар милләт вәкилдәрен дә күрергә мөмкин ине.
Артабан байрам ҡунаҡтары "Башҡортса бейе!" флешмобында ҡатнашты. Салауат Юлаев майҙанындағы матурлыҡтан, хатта, күҙҙәр ҡамашты. Ҡурай моңдарына барыһы ла оҫта баҫты, хәрәкәттәр талғынлығы менән арбанылар. Күркәм сарала ҡатнашыусылар араһында традицион, милли стилдәге заманса костюмдар кейеүселәр ҙә бар ине.
Бейеүҙән һуң байрам концерты ойошторолдо, бигерәк тә милли кейемдәрҙең матурлығын сағылдырған тамаша - дефиле бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Унда классик, сәхнә башҡорт костюмдары ла күрһәтелде. Тамаша эстрада артистарының сығыштары менән аралаш барҙы.
"Республика милли кейем байрамы"нда төрлө викторина-конкурстар ҙа үткәрелде. Әйтәйек, "Мин башҡорт кейемендә" селфи-бәйгеһе социаль селтәрҙә күптән иғлан ителгәйне. Унда барлығы .... кеше ҡатнашҡан. Ете йәшкәсә балаларҙың барыһы ла еңеүсе тип танылды, шулай уҡ айырым номинациялар буйынса ла иң-иңдәр асыҡланды.
Бай йөкмәткеле программа бының менән генә сикләнмәне, шулай уҡ майҙанда милли костюмдар, биҙәүестәр яһаусылар үҙ тауарҙарын күрһәтеп тә, халыҡты матур һәм үткәнгә битараф булмаҫҡа саҡырҙы.
"Евразия йөрәге" Халыҡ-ара фестиваленең киске проргаммаһы ла халыҡта тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырыр тип көтөлә. Әле Өфө амфитеатрында "Урал моңо" төрки йәштәр фестиваленең Гала-концерты бара. "Этно-төндөң" ойошторолоуы ла йыр-моң һөйөүселәрҙе арттырыр тигән өмөттә фестивалде ойоштороусылар.

Тулыраҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb