Өфө автотранспорт колледжында шағир, драматург Рәмил Ҡолдәүләттең ижадына арналған сара үтте.
Республиканың төрлө райондарынан йыйылған 1-се курс егеттәре Рәмил Ҡолдәүләттең шиғырҙарын тасуири уҡып сараны йәнләндерҙе, күңелдәрҙе һағышҡа һалды. Сараға килгән шағирҙың бер туған апаһы, мәғариф ветераны Нәфисә апай заттарының сәсәнлеккә маһирлығы, араларында муллалар, илселәр булыуы хаҡында һөйләне.
– Рәмилдәге әҙәбиәткә ынтылыш әсәйемдән килгәндер, тим. Ул беҙгә һәр саҡ әкиәттәр, риүәйәттәр һөйләй торғайны. Сәсән телле булды. Ҡустым ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ҙур һүҙ әйтеп китә алды, – тине ул сығышында.
Шулай уҡ осрашыуҙа саҡрылған ҡунаҡтар: элекке мәғариф министры Сәбилә Сөләймәнова, уның улы, йырсы Алмас Ғафаров, бер осорҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыған шағирә Зөлфиә Ханнанова яҡты хәтирәләре менән иҫкә алдылар шағир, драматург Рәмил Ҡолдәүләтте.