Хәйбулла районында күркәм сара - өлкән быуын вәкилдәренең "Мин яратам һине, тормош" республика бәйгеһенең төбәк этабы уҙҙы.
Фестивалдә Баймаҡ, Белорет, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы, Хәйбулла, Әбйәлил райондары һәм Сибай ҡалаһынан бөтәһе 300-ҙән ашыу үҙешмәкәр артистар, коллективтар ҡатнашты.
Ижади төркөмдәр ныҡлы әҙерлек менән килгән, конкурс юғары кимәлдә үтте, ти ойоштороусылар.
Фестивалдең барлыҡ төбәк еңеүселәре билдәләнгәс, улар Өфөлә октябрь башында Ололар көнөндә Гала-концерт менән сығыш яһаясаҡ.