«МИН ҠАБАТТАН ТЫУЫР БУЛҺАМ»

«МИН ҠАБАТТАН ТЫУЫР БУЛҺАМ»
1 декабрь көнө Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт фалармонияһында «Рәсәй тауыштары» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Райман ИШБАЕВтың яҡты иҫтәлегенә арналған кисә уҙасаҡ. Кисәлә филармонияның билдәле солистары һәм республикабыҙҙың билдәле шәхестәре ҡатнашыуы көтөлә. Бөгөн дә Райман Ишбаев башҡарыуындағы “Ҡаһым түрә”, “Һандуғас” «Урал», «Илсе Ғайса», «Эскадрон», «Буранбай», «Сибай», «Байыҡ» башҡорт халыҡ йырҙары, “Ауылымда аҡ томан”, “Мин ҡабаттан тыуыр булһам”, “Бөрйән егеттәре” йырҙары халыҡ хәтерендә. Хәтерләүегеҙсә, 2006 йылда республикабыҙ мәҙәниәте һәм сәнғәте ҙур юғалтыу кисерҙе: билдәле йырсы, «Рәсәй тауыштары» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Райман Саях улы ИШБАЕВ 47 йәшендә генә вафат була. Башҡорт халыҡ ижадын һәм башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен пропагандалауға, үҫтереүгә күп көс һалған шәхес, тамашасылар тарафынан оло хөрмәткә лайыҡ булған талант эйәһе ине ул. Райман Саях улы 1959 йылдың 12 мартында Бөрйән районының Ишдәүләт ауылында донъяға килә. 1991 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында «Таң» гәзитенең корреспонденты булып башлай. 1992 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә. 1997 йылдан алып 1999 йылға тиклем «Шоңҡар» журналы редакторы була, 1999 йылдан йәнә Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Райман ИШБАЕВтың тыуған яҡ һәм мөхәббәт темаларына арналған 100-ҙән ашыу йырҙары бар. З.Исмәғилев, А.Ҡобағошов, Н.Дауытов, Г.Дәүләтбирҙин кеүек билдәле композиторҙар Райман Саях улына үҙҙәренең әҫәрҙәрен ҙур ышаныс менән тапшыралар ине. Райман ИШБАЕВ башҡа-рыуында үҙенсәлекле яңғырай ине. Яратҡан йырсыбыҙ хаҡында яҡты иҫтәлектәр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb