Кисә, 25 майҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Мин һинең ҡәйнәң» (С.Белов. реж.О.Ханов) премьераһы үтте. Сәхнә оҫтаһы Фидан Ғафаровтың яңы роль башҡарасағын ишетеп, бер ай алдан билет алған тамашасы артистың сәхнәгә был тиклем дә көтөлмәгән образда сығыуынан хатта саҡ ҡына шаңҡып ҡалды. Ә бер аҙҙан ваҡиғалар араһына башкөллө сумып, ҡатын-ҡыҙ кейемендәге мут «ҡәйнә»нең һәр ишараһы, күҙ ҡарашы артынан эйәрҙе. Театр стеналары тамашасы көлөүөнә нисек түҙҙе икән был кисте, ай-һай-һай!?. Комедиялағы Һәр башҡарыусы: Руслан Хайсаров, Алмас Әмиров, Фирүзә Аллаярова, Гөлнара Әмирова, Рәзифә Динмөхәмәтова таң ҡалырлыҡ комик ролдәр уйнаны. Ә Фидан Ғафаров «буласаҡ кейәүен» дә, тамашасыны ла «ҡәйнә» булыуына тамам ышандырҙы.
27 майҙа – тамашасы «Мин һинең ҡәйнәң»(С.Белов. реж.О.Ханов) булам премьераһын быйылғы миҙгелдә тағы бер күрә ала.