Республикабыҙҙың мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыу М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында даими ойошторола һәм был күренеш күркәм традицияға әйләнгән. 18 майҙа уҙған матбуғат конференцияһында һүҙ тиҙҙән сәхнә күрәсәк (25 май) премьера спектакле - «Мин һинең ҡәйнәң булам» (С.Белов) комедияһы тирәләй барҙы, сөнки, был әҫәргә тамашасыларҙың ғына түгел, театр йәмәғәтселегенең һәм журналистарҙың да ҡыҙыҡһыныуы көслө булып сыҡты. Журналистарҙың спектаклгә репетицияның бер өлөшөн ҡарағандан һуң тыуған һорауҙарына художество етәксеһе, пьесаны сәхнәгә ҡуйыусы- режиссер Олег Ханов, төп ролде башҡарыусы - Фидан Ғафаров, сценограф Альберт Нестеров, артистар - Алмас Әмиров, Фирүзә Аллаярова яуап бирҙе, ә һорауҙар популяр комедияның үҙе кеүек: берсә көлкөлө, берсә етди, йә уйландырғыс булды. Осрашыу аҙағында миҙгел дауамында театр менән емешле хеҙмәттәшлек иткән, коллектив ижадын даими яҡтыртып барған матбуғат саралары редакцияларына, айырым журналистарға Рәхмәт хаттары тапшырылды. «Мин һинең ҡәйнәң булам» комедияһы менән театр 27 майҙа 96-сы ижад миҙгелен тамамлай.