"Минең юлым" Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Рөстәм Шаһыбалов

"Минең юлым" Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Рөстәм Шаһыбалов

Башҡорт эстрадаһында яҡты йондоҙ булып балҡыған тағы ла бер йырсыбыҙ - Рөстәм Шаһыбалов. Ул таланттарға бай Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуып үҫкән. Артист булыу теләге уны 2000 йылда Өфө сәнғәт училищеһына алып килә. Училищены уңышлы тамамлағандан һуң, 2004 йылда, Рөстәм Шаһыбалов З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының вокал бүлегендә уҡыуын дауам итә.
Рөстәм Шаһыбалов халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнаша: «Ирәндек моңдары-99» III дәрәжә лауреаты (Сибай ҡ.), «Дуҫлыҡ моңо - 2002» башҡорт һәм татар йырын башҡарыусылар фестивалендә III дәрәжә лауреаты (Нефтекамск ҡ.), «Ирәндек моңдары - 2002» VI Региональ-ара башҡорт йырын башҡа-рыусылар конкурсында «Гран-при»ға лайыҡ була (Сибай ҡ.), «Оҙон көй-2002» башҡорт халыҡ йыры конкурсында III дәрәжә лауреаты (Туймазы ҡ.), Өсөнсө Бөтә Рәсәй йәштәр «Дельфий уйындары» ярышында I дәрәжә лауреаты (Волгоград ҡ., 2003), БДБ илдәренең йәштәр «Дельфий уйындары»нда бронза миҙал яулай (Кишенев ҡ., 2004).
Йәш йырсы хеҙмәт юлын Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мәхмүт Нәҙершин етәкселегендәге «Ҡарауанһарай» төркөмөндә (бөгөн «Ҡарауан» төркөмө) башлай. Рөстәм Шаһыбалов коллективҡа тиҙ өйрәнә һәм үҙ тамашасыһын да таба. Төрлө концерт программалары менән республика район-ҡалаларында сы¬ғыш яһап, халыҡ-ара һәм республика конкурстарында, телевизион проектарҙа ҡатнашып киң билдәлелек яулай.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан, йырсының репертуары бик бай – башҡорт халыҡ йырҙары һәм милли композиторҙарыбыҙҙың эстрада әҫәрҙәре. Уның башҡарыуында «Ильяс» башҡорт халыҡ йыры, «Сөмбөл» татар халыҡ йыры, Н.Дауытов, Р.Хасанов йырҙары яңыса яңғырай. Бөгөн дә ул намыҫ менән халҡы өсөн сәхнәлә хеҙмәт итә. Һәр сығышы һайын яңы йырҙар менән тамашасыларҙы ҡыуандыра.
«Каруанһарай» эстрада төркөмө менән бергә бөтә республика һәм Рәсәй региондары буйлап гастролдәрҙә булалар. Хөкүмәт сараларында ла йыш ҡатнашып тора. Төркиә, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡырым, Һамар, Һарытау һәм башҡа ҡалаларҙа була.
«Ниҙәр булды һиңә», «Балан», «Әсәйем доғалары», «Һөйгәнемдән айырылдым» йырҙары менән танылыу яулаған Рөстәм Шаһыбалов Өфө тамашасыларын үҙенең тәүге концерты менән ҡыуандырмаҡсы.
Талантлы йырсы 7 апрель Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында үтәсәк тамашала баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын көтөп ҡала. Йыш ҡына төрлө телевизион проектарҙа ҡатнашып торһа ла, Рөстәм баш ҡалала тәүге ҙур тамашаһы менән сығыш яһаясаҡ. Уның шатлығын уртаҡлашырға ижадташ дуҫтары – Марсель Ҡотоев, Эльмир Әбүбәкиров, Тимур Рамаҙанов һәм БР Халыҡ ҡоралдары милли оркестры килә.
Рөстәм Шаһыбалов ижадын һөйөүселәр концертҡа рәхим итегеҙ! Башлана 19.00 сәғәттә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb