Карта учреждений и афиш
2020 йылдың 20 майынан 29 июненә тиклем «Минең Өфөм» ҡала конкурсы бара, ул Өфөнөң 446 йыллығына арналған.
Конкурстың ойоштороусыһы – Үҙәк ҡала китапханаһы.
Унда Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәскәү ҡалаларынан төрлө йәштәге 133 кеше ҡатнашты.
Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар 11 июнгә тиклем ҡабул ителде. Улар араһынан 10 иң яҡшы эш 3 номинация буйынса финалға һайлап алынды.Хәҙер 22 июндән алып 25-енә тиклем үҙегеҙгә оҡшаған эшкә тауыш бирергә була. Конкурсҡа йомғаҡтар 29 июндә Үҙәк ҡала китапхаһының сайтында һәм «Бәйләнештә» селтәрендә яһаласаҡ. Еңеүселәр дипломдар менән бүләкләнәсәк.