- Улар – республика әҙәбиәтенә тос өлөш индергән кешеләр – әҙәби журналдарҙың баш мөхәррирҙәре, шағирҙар һәм прозаиктар, – тине Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов.
Яҙыусылар ҙур мәҙәни программала – түңәрәк өҫтәлдәр, концерттар, Еңеү майҙанындағы монумент-обелискҡа сәскәләр һалыу һәм башҡа сараларҙа ҡатнашты. Мәҙәниәттең төрлө өлкәләрендә – нәшриәт һәм музей проекттарында, китапхана эшендә, кинематография, театр, музыка һәм һынлы сәнғәт өлкәһендә артабан хеҙмәттәшлек итеү маҡсатында профессиональ бәйләнештәр булдырҙы.
Сара алдынан Башҡортостан яҙыусылары әҫәрҙәренең тәржемәләре белорус баҫмаларында сыға. Ә Башҡортостандың иһә белорус коллегаларының шиғырҙары һәм прозаһы рус һәм башҡорт телдәрендә баҫтырылған.
Башҡортостан әҙәбиәте көндәренең иң ҙур ваҡиғаһы булып 11 октябрь – Башҡортостан Республикаһы көнө торҙо. Был көндә Минскиҙа Башҡортостан менән Белоруссияның дуҫлығына арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте.
Программала Белоруссияны яҡлаған башҡорт яугирҙәре һәм ике республиканың да классик яҙыусылары иҫтәлегенә арналған сараларға айырым урын бирелде.
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы әлеге ваҡытта башҡорт телендә белорус әҙәбиәте антологияһын төҙөү буйынса ҙур эш алып бара. Белоруссияның иң яҡшы хәҙерге заман яҙыусыларының әҫәрҙәре - башҡорт теленә, ә башҡорт әҙәбиәте антологияһы белорус теленә тәржемә ителәсәк. Ике баҫманың да презентацияһы киләһе йылда үтәсәк.