“Мираҫ” йыр-бейеү ансамбле Силәбелә сығыш яһаны

“Мираҫ” йыр-бейеү ансамбле Силәбелә сығыш яһаны

“Мираҫ” йыр-бейеү ансамбле Силәбе өлкәһенең “Трактор эшләүселәр мәҙәниәт һарайында” ҙур концерт менән сығыш яһаны. Программа тулыһынса тиерлек башҡорт йырҙары, бейеүҙәренән төҙөлгән. Репертуарҙа Рәсәй халыҡтары бейеүҙәре лә бар. Ансамбль Силәбелә беренсе тапҡыр ғына түгел. Улар бер-нисә йыл күршеләрҙе башҡорт мәҙәниәте менән таныштырып тора. Быйыл коллектив Силәбе ҡалаһына нигеҙ һалыныу уңайынан ойошторолған театрлаштырылған тамашала ҡатнашты.

Баш ҡаланың фольклор ансамбле «Мираҫ» 1992 йылда барлыҡҡа килгән. 2006 йылда яңы һулыш алған коллективҡа «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле исеме бирелә. 2007 йылда вокаль, хор һәм уйын ҡоралдары оркестры, хореографияны бергә туплай һәм күп яҡлы ижади коллективҡа әүерелә. 2009 йыл “Мираҫ”ҡа популяр фольклор коллективы “Забава” урыҫ халыҡ инструменттары ансамбле ҡушыла.

Ижади коллективтың репертуары йылдан-йыл камиллаша бара. Әлеге көндә 70-тән ашыу номер иҫәпләнә. Милли сәнғәт өлгөләрен һаҡлау, уның ни тиклем бай үҙенсәлекле булыуын раҫлау - коллективтың төп йүнәлеше. 

 "Мираҫ" ансамбленең бер юлы йыры ла, бейеүе лә, оркестры ла бар, шуға уны тамашасы үҙ итә. Һәр сығыш - үҙе бер театр тамашаһы. Төрлө халыҡтар телендә йыр, бейеү композицияларын туплаған коллектив Башҡортостаныбыҙ күп милләтле ил булыуын күрһәтә.

«Мираҫ»тар ниндәй генә ҡитға сәхнәләрен яуламаған! Уларға Төркиә, Франция, Италия, Швейцария, Болгария һәм башҡа ил тамашасылары алҡышлаған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb