Мирас Иҙелбаевтың «Һайланма әҫәрҙәр» китабы донъя күрҙе

Мирас Иҙелбаевтың «Һайланма әҫәрҙәр» китабы донъя күрҙе

Ошо көндәрҙә «Китап» нәшриәтендә әҙәбиәт белгесе, яҙыусы Мирас Иҙелбаевтың «Һайланма әҫәрҙәр» китабы донъя күрҙе.

Йыйынтыҡҡа «Юлай улы Салауат» исемле тарихи роман-эссе, «Ҡыҙыл ҡарҙар» повесы, «Ноктюрн», «Аҡ сәскәле болон», «Ҡайтыу», «Ҡоштар китә», «Зәңгәр свитер», «Ағартылыр юлдар» хикәйәләре индерелде.

«Юлай улы Салауат» роман-эссеһы – халҡыбыҙҙың милли геройы һәм шағир-импровизаторҙың тормош юлы, хәрби юлбашсылыҡ эшмәкәрлеге, ижады тураһында; «Ҡыҙыл ҡарҙар» повесы репрессия йылдары ҡорбандарына арнала; хикәйәләрҙең үҙәгендә – юғары әхлаҡ төшөнсәләре өсөн көрәшеүсе хәҙерге заман геройҙары.

 

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb