"Мираҫ" ансамбле Архангельск өлкәһендә төбәк-ара фестивалдә ҡатнашты

"Мираҫ" ансамбле Архангельск өлкәһендә төбәк-ара фестивалдә ҡатнашты

11-12 июндә Архангельск өлкәһендә I "Гармониялы Рәсәй" ("Гармоничная Россия") төбәк-ара милли мәҙәниәттәр фестивале уҙҙы. Ул Рәсәйҙең бик күп төбәктәренән ижади коллективтарҙы йыйҙы. Сара Рәсәй көнөнә арналды.

Махсус рәүештә саҡырылған "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле фестивалдең төп ҡунағына әүерелде. Ойоштороусылар коллективты Бөтә донъя фольклориадаһы илсеһе тип атаны. Тамашасылар сағыу, дәртле номерҙар, милли аһәң һәм Тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған "Йәшлек", "Маршрут", "Оҫта ҡуллы ҡыҙҙар" бейеүҙәре менән танышты. Ансамблдең ҡурай һәм ҡыл-ҡумыҙ кеүек традицион уйын ҡоралдарында уйнауын халыҡ юғары баһаланы. Ҡурайсы Юнир Һағынбаев шулай уҡ Удмуртиянан бесермән халҡы вәкилдәре менән сығыш яһаны. Улар удмурт телендә ҡурай оҙатыуында "Бөрлөгән" йырын башҡарҙы. Зал ғәҙәти булмаған яңғырашты йыл ҡабул итте, дәррәү алҡыштарға күмде.

"Фестивалде ойоштороусылар менән бик күп осрашыуҙар уҙҙы. Архангельск өлкәһендә "Мираҫ" ансамбле гастролдәре үтеүе хаҡында һөйләшеп килештек. Ҡайтҡандан һуң ойоштороу мәсьәләләрен ентеклерәк тикшерәсәкбеҙ һәм сығыштарҙы планлаштыра башлайбыҙ ", - ти коллектив директоры Байрас Ишбирҙин.

Ижади коллективтар М.В.Ломоносов исемендәге Архангельск драма театры, Өлкә халыҡ ижады йорто һәм Новодвинск ҡалаһы сәхнәләрендә сығыш яһаны. Фестивалдә Төньяҡ Осетия, Коми, Карелия, Удмурт, Мари Иле, Башҡортостан республикаларынан, Ненец автономиялы округынан, Вологда өлкәһенән һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән бейеү һәм музыкаль коллективтар, солистар һәм музыканттар ҡатнашты. Билдәләп үтергә кәрәк, был фестивалдә милли, традицион, халыҡ уйын ҡоралдарын ҡулланыу ҡатнашыусылар өсөн мотлаҡ шарт булып тора.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb