«Мираҫ» ансамбле Ырымбур өлкәһенән гастролдәрҙән ҡайтты

«Мираҫ» ансамбле Ырымбур өлкәһенән гастролдәрҙән ҡайтты

21 ноябрҙән 27-һенә тиклем Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Ырымбур өлкәһендә концерттар менән сығыш яһаны. Ырымбур, Орск, Медногорск, Татар Ҡарғалыһы, Һарыҡташ, Александровка һәм Плешаново тамашасыларына башҡорт коллективының үҙенсәлекле программаһы күрһәтелде.

«Мираҫ» икенсе тапҡыр Ырымбур өлкәһендә гастролдә булып ҡайтты, — тип белдерҙеләр коллективтың матбуғат хеҙмәтендә. — Ул саҡта концертҡа башҡа ауылдарҙан да килгәйнеләр. Был юлы концерттар тағы ла ҙурыраҡ уңыш һәм аншлаг менән үтте. Зал дәртле ҡурай моңона бейергә төштө, сағыу, онотолмаҫлыҡ арала ҡатнашыу мөмкинлеге өсөн аяғүрә баҫып алҡышланы».

Артистар тамашасыларҙы бейеүҙәр, ҡурай һәм ҡыл-ҡумыҙ моңо, төрлө халыҡтарҙың йырҙары менән хайран ҡалдырҙы. Коллектив программаһында «Сатыр эргәһендә», «Йыуаса» башҡорт вокал-хореография композициялары, «Оҫта ҡуллы ҡыҙҙар», «Маршрут» бейеүҙәре, «Байыҡ», «Ишбирҙе ҡасҡын», «Ҡурай бәйете» халыҡ йырҙары бар ине. Татар («Өлгөр», «Төймә», «Гармун»), казак («Матушка Россия», «Раз вечор»), үзбәк («Санамгина») халыҡ ижады темаларына композициялар ҙур уңыш ҡаҙанды. «Мираҫ» тамашасыларҙы башҡа милләттәрҙең ижады менән таныштырҙы. Юнир Һағынбаев ҡурайҙа заманса көйҙәргә попурри уйнап ишеттерҙе.

«Бик шәп булды! Бөтә хис-тойғоларҙы әйтеп бөтөрөрлөк түгел! Барыһы ла бик матур: костюмдар ҙа, артистар ҙа... «Мираҫ» беҙҙең кәйефте күтәрҙе, тамашасылар бик күп ине. Ҙур рәхмәт», — тине Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе Ләйсән Бикйәнова концерттан һуң.

«Мираҫ» ансамбленең киләһе концерттары 2023 йылдың февралендә була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb