«Мираҫ» галереяһында «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһе рәссамдарының күргәҙмәһе асылды

«Мираҫ» галереяһында «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһе рәссамдарының күргәҙмәһе асылды

Баш ҡаланың «Мираҫ» галереяһында «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһе рәссамдарының күргәҙмәһе эшләй башланы. Мәҙәни сара ағымдағы йылдың 28 ноябрҙән алып киләһе йылдың 20 ғинуарына тиклем дауам итәсәк.

 Күргәҙмәлә билдәле рәссамдар Вәсил Ханнанов, Рәсих Әхмәтвәлиев, Наил Лотфуллин, Ринат Харисов, Наил Байбурин, Миҙәт Мөхәмәтов һәм Рафаэль Моратшиндың эштәре менән танышырға мөмкин.

«Сыңғыҙхан» ижади берекмәһе – хәҙерге һынлы сәнғәт тормошонда иң сағыу һәм хәрәкәтле күренештәрҙең береһе, 1980-1990 йылдарҙа Өфөлә ойошторолған. Был ижади берекмәгә нигеҙ һалыусы- талантлы рәссам Наил Лотфуллин. Хәҙер инде ижади берекмәне Вәсил Ханнанов етәкләй.

Төркөм рәссамдары уртаҡ күргәҙмәләр һәм перформанстар, шул иҫәптән бик күп шәхси күргәҙмәләр ҙә уҙғара.

 «Сыңғыҙхан» төркөмөнөң маҡсаты-сағыу шәхсәнлек, ҡабатланмаҫлыҡ, айырым һәм уртаҡ проекттар, ижади шәхес үҙенсәлеге, ирекле рәүештә үҙ ҡарашыңды белдереү.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb