«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле «Донъя бейеүҙәре һәм музыкаһы» халыҡ-ара фестиваленә әҙерләнә

«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле  «Донъя бейеүҙәре һәм музыкаһы» халыҡ-ара фестиваленә әҙерләнә

Республикабыҙҙың данлыҡлы «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле -29 июндә «Донъя бейеүҙәре һәм музыкаһы» халыҡ-ара фестивале барышында Парижда сығыш яһаясаҡ. Бәйгелә Рәсәй данын «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле яҡлаясаҡ.

Әлеге ваҡытта «Мираҫ» ансамбле 30 июндән 15 июлгә тиклем Францияла үтәсәк фестивалгә әҙерлек алып бара.

«Донъя бейеүҙәре һәм музыкаһы» халыҡ-ара фестивалендә  Нигерия, Чили, Аргентина, Никарагуа, Франция, Эстония, Сәғүд Ғәрәбстаны илдәренән бейеүсе ансамблдәрҙең сығыш яһауы көтөлә.

Республика һәм баш ҡала кимәлендә уҙғарылған мәҙәни сараларҙы, байрамдарҙы «Мираҫ» муниципаль учреждениеһының фольклор ансамбле ҡатнашлығынан тыш күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел. Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында урынлашҡан һәм илһамланып ижад иткән был ансамблдең уңыштары менән сәнғәт һөйөүселәр һәр саҡ ҡыҙыҡһынып тора.

«Мираҫ» – бейеү ансамбле генә түгел, ә вокал, хор һәм халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын бергә туплаған ижади коллектив. Уларҙың һәр сығышы музыкаль-хореографик сюжетҡа, темаға ҡоролған, әҫәрҙәр бер-береһенә үрелеп, байытылып, матур театрлаштырылған тамашаны тыуҙыра.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb