«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Францияла

«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Францияла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-квартираһында CIOFF булышлығында донъяның төрлө мөйөштәренән илдәрҙең һәм төбәктәрҙең матди булмаған мираҫын һәм мәҙәни төрлөлөгөн һаҡлауға арналған «CIOFF® Dances and Music of the World» сараһы үтте. Аргентинанан, Никарагуанан, Индонезиянан, Нигериянан, Франциянан, Чилиҙан, Эстониянан, Рәсәйҙән бейеү һәм музыка коллективтары саҡырылды. Рәсәйҙән ошондай дәрәжәле сәхнәлә сығыш яһау хоҡуғы Өфө ҡалаһының «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленә бирелде.

«Донъя бейеүҙәре һәм йырҙары» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында бер нисә рәсми осрашыу булды. Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов ЮНЕСКО-ның мәғариф буйынса департаменты директоры Свейн Осттвейт менән осрашты. Осрашыу барышында мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә артабан хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.

CIOFF президенты Филипп Боссан менән осрашыуҙа 2020 йылда Өфөлә уҙасаҡ Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек һәм уҙғарыу мәсьәләләре өйрәнелде.

Шулай уҡ Париждың «Paris&Co» иҡтисади үҫеш агентлығының баш башҡарма директоры Карина Бидарт менән осрашыу булды. Осрашыу темаһы – ҡалалар араһында туризмды һәм урбанистиканы үҫтереү мәсьәләләрендә хеҙмәттәшлек.

ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында сығыш яһағандан һуң мираҫтар Франция ҡалалары буйлап фестиваль турына юлланды. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb