Башҡаланың «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле «Михаил Мурашко дуҫтарын саҡыра» халыҡ-ара конкурс-фестиваленә йыйына. Сара 29-31 мартта Мари Иле Республикаһында – Йошкар-Ола ҡалаһында үтәсәк һәм «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле фестиваль сиктәрендә ике соло концерт менән сығыш яһаясаҡ.
«Михаил Мурашко дуҫтарын саҡыра» конкурс-фестивале 2011 йылдан уҙғарыла. Фестивалдең гнографияһы киң: Мәскәүҙән, Пермь крайынан, Түбәнге Новгород һәм Яңы Себер өлкәләренән, Красноярск крайынан, Татарстан, Сыуашстан, Мари Иле республикаларынан хореография коллективтары һәм башҡарыусылар ҡатнашыуы көтөлә.
Сараны ойоштороусылар – Мари Иле республикаһының Мәҙәниәт, матбуғат һәм милләттәр эштәре буйынса министрлыҡ, Я. Эшпай исемендәге Дәүләт филармонияһы булышлығында Республика халыҡ ижады һәм мәҙәни-ял эшмәкәрлеге ғилми-методик үҙәге, Йошкар-Ола ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы.