«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле яңы ижад миҙгелен аса

«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле яңы ижад миҙгелен аса

22 октябрҙә 19:10 сәғәттә «Башкортостан 24» телеканалында «Мираҫ» ижад коллективы яңы миҙгелде аса.

“Еңеү йылы” исемле программа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған. Унда яңы номерҙар күрһәтеләсәк: Арина Трофимова Василий Партушаның “Месяц Май” йырын башҡара, ансамбль оркестры «Рио-Рита» композицияһын уйнаясаҡ. Шулай уҡ программаға «Солдатская пляска» һәм «Яблочко», «Илкәйем», «Маршрут» постановкалары, «Песни военных лет», «Байыҡ» вокал әҫәрҙәре индерелгән.

Илдәге коронавирус менән хәлгә бәйле, ансамблдең етәкселеге яңы миҙгелде асыу тантанаһын онлайн форматта үткәрергә хәл иткән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb